“Үҙемдә бөтмәҫ көс тоям...”29.06.2012
“Үҙемдә бөтмәҫ көс тоям...”Маңлайына ни яҙылһа, кеше шуны күрә, тиҙәр. Ысынлап та, Хоҙай Тәғәлә әҙәм балаһына фанилыҡта үтәсәк һынауҙарҙы бирә, ниғмәттәрен өләшә. Ләкин тормошта инҡар итмәҫлек тағы бер нәмә бар: бирелгән ғүмерҙе нисек, һынауҙарҙы ҡайһылай үтеүең тап үҙеңә бәйле. Түбәгә ҡарап заман ауырлығына һылтанып ятаһыңмы, әллә, һәр осраҡты файҙаланырға тырышып, теҙгенде үҙ ҡулыңа алаһыңмы — һәр кемдең шәхси эше, тимәк, яҙмышыңды нисек көйләп, ҡайһы һуҡмаҡҡа бороп ебәрәһең, артабан да шулай була.

Миңғәзим Буранбай улы был хәҡиҡәткә тормошонда әллә нисәмә тапҡыр инана. Мәктәпте уңышлы ғына тамамлап, тура юғары уҡыу йортона ла юлланыр ине. Юҡ, ул башҡа юлды һайлай: тәүҙә әрмегә барып, һалдат һурпаһын эсеп, ысын ир-егет булырға тейеш. Алыҫ Көнсығышта хеҙмәтен тултырғас, Туҡ йылғаһы буйы, тыуған ауылы Егәнәк үҙенә тарта. Тыуған баҫыуында сәсә, ура. Ҡышын иһә, тик торорға яратмағанлыҡтан, фермаға эшкә бара.
Ләкин сос, егәрле Миңғәзим бының менән генә хушһынмай, йәш күңел ҡалаға тартыла, белем алырға ынтыла. Шулай итеп, ул Һамар төҙөлөш институтының ишеген аса.
Миңғәзим Буранбай улының башҡарған эштәрен барлаһаң, иҫ китерлек: Һамар өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы эшендә тынғылыҡ белмәй, тыуған төбәге — Ырымбур өлкәһенең Туҡ буйында һабантуй үткәрә, башҡа эшҡыуарҙар менән бер рәттән, “Мы — башкиры!” журналын сығарыуға өлөш индерә, “Ырғыҙ” гәзитенә ярҙам итә.
Бөгөн Миңғәзим Буранбай улы — өлкәнең уңышлы эшләгән йүнселдәренең береһе. “Туҡ” тип атала уның яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте. Әйткәндәй, Мәмбәтов үҙ эшен асҡанда ла еңел генә табыш алып була торған йүнәлеште һайламаған. “Туҡ” — коммуникация селтәрҙәре өлкәһендә эшләгән, шул уҡ ваҡытта төҙөлөш менән шөғөлләнгән йәмғиәт.
— Башлыса яҙҙан ҡара көҙгә тиклем ер эше менән мәшғүлбеҙ, — ти эшҡыуар. — Беҙҙең штатта — ун кеше, миҙгел ваҡытында 40–50-гә етә. Шул саҡта яҡташтарымды ла саҡырам.
Бөгөн күптәр заман ауырлығына һылтана, эш юҡлыҡҡа, аҡса түләмәүҙәренә зарлана. Ә уйлап ҡараһаң, Миңғәзим Мәмбәтов та ошондай һынау алдында ҡалған. Төҙөлөштә мастер, участка етәксеһе булып эшләп кенә йөрөгән еренән... дәүләт предприятиеһы емерелә лә ҡуя. Аптыраған өйрәк һыуға арты менән сума, тигән әйтем бар халыҡта. Миңғәзим дә тәүҙә баҙап ҡала. Нисек инде эшһеҙ булып йөрөргә, ә ниңә һуң институт тамамланым, артабан ни эшләргә — ошо һәм башҡа һорауҙар мейеһен телгеләй. Ләкин ул шуны аңлай: быларҙың бөтәһе лә тормоштоң сираттағы әсе һынауы. Береһе лә ҡулыңдан етәкләп йөрөтмәҫ. Шулай ҙа таянырлыҡ дуҫтарҙың кәңәше, ата-әсә, туғандарҙың фатихаһы ярап ҡала. Канау ҡаҙыуҙа “калым” иткеләй, тәжрибә туплай башлағас та үҙ эшенә тотона — фекерҙәштәрен ылыҡтыра, эшселәр таба.
Миңғәзим Буранбай улы үҙе тураһында һөйләргә яратмай. Һуңынан ғына уның Бөрйән районындағы “Башҡорт Иле” агротуристик хужалығына эскерһеҙ ярҙамы, уның етәксеһе Миңзиә Рауил ҡыҙы Хатипованың компаньоны булғанын белдем. Әйткәндәй, хужалыҡ эшен уңышлы алып бара. Бөрйән районында ял итергә теләгән Рәсәйҙең, сит илдә йәшәүселәрҙең һәр береһенә халҡыбыҙ йолаларын күрһәтә, солоҡ балын тәмләтә, төрлө туристик походтар ойоштора. Иң мөһиме — хужалыҡта үҫтерелгән ризыҡтан ғына әҙерләнгән аш-һыу тәҡдим ителә.
— Пенсияға сыҡтым шикелле, шуға ышанғы килмәй. Үҙемдә бөтмәҫ көс тоям, эшләнәһе эш күп бит әле, — тип йылмая Миңғәзим Буранбай улы.
Бөгөн “Туҡ” йәмғиәтендә эш ҡайнай: экскаваторҙар канау ҡаҙа, йөк бушатыусы машиналар туҡтауһыҙ саба. Ҡыш буйы йүнәтеү талап иткән урынға хужа үҙе лә ашыға — күләмен билдәләп, килешеүҙәр төҙөргә кәрәк, башҡа мәшәҡәттәр ҙә тыуып тора.
— Эш булһын ул, булмаһа ҡыйынға төшөр ине, — ти Миңғәзим Мәмбәтов.
Был һүҙҙәрҙе тырыш, тик тороуҙы өнәмәгән кеше генә әйтә алалыр.
Т. МУСИН.
Һамар ҡалаһы.


Вернуться назад