
2026 йылдың 1 февраленән Салауат ҡалаһында автобустарҙа һәм трамвайҙарҙа йөрөүгә яңы тарифтар көсөнә инә, тип хәбәр итә муниципалитет хакимиәте.
Салауат автотранспорт предприятиеһы автобустарында ҡулаҡса менән һәм ҡулаҡсаһыҙ түләгән өсөн юл хаҡы – 46 һум, «Алға» транспорт картаһы менән 42 һум була.
«Трамвай идаралығы» предприятиеһының электр транспортында ҡулаҡса менән һәм ҡулаҡсаһыҙ иҫәпләшкән өсөн юл хаҡы – 38 һум, «Алға» транспорт картаһы менән иһә 35 һум.
Хәбәр иткәнебеҙсә, Өфөлә шәхси автобус маршруттарында юл хаҡы арта.