
Миллионлы ҡалаларҙа яңы төҙөлә башлаған һәр өсөнсө йорт тиерлек 24 ҡаттан бейегерәк. Әммә күп ҡатлы бейек йорттарҙың күпселек өлөшө Өфөлә икәне асыҡланған. Дом.рф мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостандың баш ҡалаһында 24 ҡаттан бейегерәк яңы йорттар 63% булһа, 5 ҡатҡа тиклемге йорттар 4% ҡына.
Сағыштырыу өсөн, майҙаны буйынса Өфөнән 3,6 тапҡырға һәм халҡы буйынса 12 тапҡырға ҙурыраҡ булған Мәскәүҙә баҙарҙың 51% күп ҡатлы бейек ҡатлы йорттарға тура килә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфө 30 ҡатлы йорттар төҙөү буйынса өсәү иҫәбенә инде.