Үҫештең биш маҡсаты28.06.2012
Рөстәм Хәмитов “Эксперт” журналына интервью бирҙе. Республика Президенты төбәктәге ниндәй иҡтисад тармаҡтарының алға табан ҙур аҙым яһауы, инвестиция шарттарын яҡшыртыу буйынса күрелгән саралар һәм башҡалар хаҡында бәйән итте. Иғтибарығыҙға әңгәмәнән өҙөктәр тәҡдим итәбеҙ.

Башҡортостандың 2020 йылға тиклемге үҫеш өҫтөнлөктәре тураһында

— Беренсенән, беҙ республика иҡтисадында төп тармаҡтарҙың ҡеүәте һәм биләмәләрҙең тәғәйен махсуслашыуы нигеҙендә “үҫеш нөктәләре”н булдырабыҙ. Кластер сәйәсәтенең төп йүнәлештәре — ауыл хужалығы, еңел һәм үтә еңел авиация, фармацевтика, мәғлүмәт технологиялары, нефть сервисы, наноматериалдар, нефть химияһы, биохимия һәм туризм. Икенсенән, төбәк үҫеше институттарын камиллаштырыуҙы дауам итәбеҙ. Өсөнсөнән, инвестициялар йәлеп итеүҙе һәм арттырыуҙы комплекслы тәьмин итеү буйынса эш алып барабыҙ. Дүртенсенән, өҫтәмә хаҡы юғары булған продукция экспорты иҫәбенә үҙебеҙҙең тауар һәм хеҙмәттәрҙе һатыу баҙарын үҫтереүгә өлгәшәбеҙ.

Инвестициялар тураһында

— Бөгөн иң ҙур проект — ул “РусГидро” холдингы менән Францияның “Alstom” концернының гидротурбиналар етештереү заводы. Ошо проект ҡына ла республикаға киләһе тиҫтә йылда ярты миллиард һум самаһы өҫтәмә һалым алыу, проектҡа ярашлы ойошторолған урта класлы предприятиеларҙа 4 меңдән ашыу эш урыны булдырыу мөмкинлеге бирәсәк.
Ағас эшкәртеү, төҙөлөш материалдары, атап әйткәндә, цемент етештереү, агросәнәғәт комплексы өлкәһендә “Разгуляй” сусҡасылыҡ комплексы, “Максимовка” агрокомплексы һәм башҡалар кеүек ҙур проекттар әҙерләнә.
Инвестиция проекттарының дөйөм исемлегенә 80 ҙур проект тураһындағы мәғлүмәт ингән. Уларға 527 миллиард һумдан ашыу инвестиция һалынасаҡ һәм 45 мең самаһы яңы эш урыны булдырыласаҡ.

Конгломерациялар тураһында


— “Газпром нефтехим Салауат” эргәһендә ҙур производстволарҙың тупланыуы күҙаллана. Эшҡыуарлыҡ берләшә һәм үҫә — ҡалалар ҙа берләшә. Волга буйы федераль округының Нефть химияһы үҙәген һәм Рәсәйҙәге нефть химияһы үҙәктәренең береһен ойоштороу ошо кластерҙың киләсәген билдәләйәсәк. Бында нефть һәм газ сеймалын тәрән эшкәртеүҙе ойошторосаҡбыҙ, тулыһынса әҙер продукт етештереп, эҙмә-эҙлекле импортты алмаштырасаҡбыҙ. Төп нефть химияһы предприятиелары ҡарамағында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн технопарктар асыласаҡ.
Биләмәләрҙең кластер агломерацияһы миҫалы йәһәтенән Туймазы, Октябрьский ҡалаларын һәм Серафимовка ҡасабаһын билдәләргә кәрәк. Бында үҙенсәлекле етештереү көсө тупланған. Улар әле үк Рәсәй нефть промыслаһы машиналары эшләү баҙарында алдынғылыҡты биләй.
Республиканың көньяғындағы еңел авиация кластеры ла төбәк үҫешенә булышлыҡ иткән этәргестәрҙең береһе була ала. Күмертауҙың күмер түгел, ә авиация сәнәғәте үҙәгенә әүерелеү мөмкинлеге бар. Республикала кәмендә һигеҙ кластер ойошторорға, киләсәктә тәрәндән өйрәнеүҙәр һөҙөмтәһендә уларҙың һанын 15-кә еткерергә була.

Туризм тураһында

— Башҡортостандан 1300 саҡрымлыҡ радиуста үҙ биләмәһендә тайга менән даланы, ҡаялы үркәстәрҙе һәм мәмерйәләрҙе, тау йылғаларын һәм шарлауыҡтарҙы, ҙур күлдәрҙе һәм һыу һаҡлағыстарҙы берләштергән төбәктәр башҡа юҡ. Республикалағы эске инвесторҙар туристик индустрияны үҫтереүгә 1 миллиард 600 миллион һум инвестиция һалды. Былтыр Башҡортостанды эске һәм тышҡы туризмды үҫтереү буйынса айырым маҡсатлы федераль программаға индерҙеләр. Беҙ 2016 йылға тиклем республикала туризмды үҫтереүҙең айырым маҡсатлы оҙайлы программаһын эшләнек.

Тышҡы мөнәсәбәттәр тураһында


— Былтыр республиканың тышҡы сауҙа әйләнеше, Беларусь һәм Ҡаҙағстан менән сауҙаны иҫәпкә алып, 13,7 миллиард долларға етте. Уның төп өлөшө — дөйөм тышҡы сауҙа әйләнешенең 80 проценты самаһы — алыҫ сит илдәргә тура килә. Төп партнерҙарыбыҙ — Германия, Беларусь, Ҡытай, АҠШ, Швейцария, Үзбәкстан, Украина, Франция.
Былтыр республика иҡтисадына 300 миллион долларҙан ашыу сит ил инвестицияһы һалынды. Шуныһы мөһим: дөйөм керем күләменең 65 процентынан ашыуы сеймал өлкәһендә түгел, ә эшкәртеүсе производстволарҙа, күсемһеҙ мөлкәт, аренда һәм хеҙмәт күрһәтеү өлкәһендә (15 проценттан ашыу) тупланды.
Әңгәмәнең тулы тексын ошо адрес буйынса уҡырға мөмкин: http://expert.ru/invest_in_russia/2012/01/five-priority-points-for-growth-and-development/.


Вернуться назад