Раил Мирхәйҙәров менән осрашып күрешкәс, халыҡтың ҡаланы маҡта ла ауылда йәшә тигән әйтеме иҫкә төштө. Уның ауыҙынан ҡала менән ауылды маҡтаған йәки сағыштырған бер һүҙ ҙә ишетеүен-ишетмәнек, ләкин ауылдың күңеленә яҡын булыуын эшҡыуарҙың булмышынан уҡ күрергә мөмкин ине.
Раил Ғәлимйән улы армия хеҙмәтенән һуң Өфөлә эшкә урынлаша. Әммә егеткә шаулы баш ҡала тормошо оҡшап етмәй. Шуға ла ул, икеләнеп тә тормай, ҡуйы урман итәгенә һыйынып ҡына ултырған тыуған ауылы Оло Ҡарамалыға ҡайта. Өйләнеп, йорт һалып, үҙ донъяһын ҡора. Урман хужалығында бригадир-мастер булып 12 йылдан ашыу эшләй. Әммә, һәр ҡайҙағы кеүек, был хужалыҡ та тарҡала. Шулай ҙа Раил баҙап ҡалмай, тәжрибәһенә, дәрт-дарманына таянып, ҡулы белгән эшкә үҙаллы тотона. Эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә күрһәтелгән дәүләт ярҙамын да юллап тормай, район етәкселегенең фатихаһын алғас, 2008 йылда таҡта бысыу цехын
булдыра.
Эштәренең ҡыҙыу сағына тура килдек. Ағас менән эш итеүселәр өсөн дә йәйҙең һәр көнө ҡәҙерле, тиҙәр. Изат Әбүзәров, Айҙар Шәйхисламов һәм Рафаэль Миһранов һәр ағасты күҙҙән үткәреп, таҡта ярыу менән мәшғүл булһа, Азат Хәлитов, Фуат Әбүзәров һәм Рәмис Мөлөков сираттағы мунсаны бурай ине.
Бына шулай Раил Мирхәйҙәров ауылдаштарының алтауһын эш урынлы иткән. Егеттәренән ҡәнәғәт, аңлашып эшләйбеҙ, ти. "Һәр береһе бәләкәйҙән ағас эшен күреп һәм өйрәнеп үҫкән, шуға күрә ҡулдарынан да килә. Кәрәк саҡта уларға техника менән дә ярҙам итәм, баҡсаларын да һөрәм. Йорт төҙөгәндәренә лә булышам", — ти булдыҡлы эшҡыуар.
Раил Мирхәйҙәровтың тыуған ерендә төпләнеүе һәм йүнселлеге барлыҡ ауыл халҡы өсөн оло һөйөнөстөр, моғайын. Бесән сабыу йәки баҡса ерен һөрөү өсөн дә, утын кәрәк булһа ла уға мөрәжәғәт итәләр. Ҡыш урамды ҡарҙан таҙартыуҙы күптән үҙенең бурысы иткән. Береһенең дә йомошон кире ҡаҡмай, сөнки уға килмәй, ҡайҙа барһындар? Шуға ла эшҡыуар рәхмәт һүҙҙәрен йыш ишетә, эшенең көйлө барыуы ла, бәлки, шуға бәйлелер. Мунса буратыуға ла заказ күп, таҡтаға ла ихтыяж ҙур, ә ярылған утын һәр кемгә тиерлек кәрәк, сөнки был төбәккә газ килеп етмәгән әле.
"Бура һатам" тип иғлан биреп тормайбыҙ, бер-береһенән ишетеп, әллә ҡайҙарҙан килеп алалар", — тиҙәр.
— Эштән ҡурҡмаған һәм булдырайым тип тырышҡан ир-ат ауылда ла донъяһын етеш итә ала. Эш асыуы ауыр тип әйтә алмайым. Район етәкселәре яғынан һәр саҡ аңлау табабыҙ, диләнкә биреүҙә лә баш тартҡандары юҡ. Мул тормошто ҡайҙандыр көтөп ятмаҫҡа, ә ваҡытында ҡыбырларға кәрәк. Күңелең тартҡан, ҡулың белгән шөғөлдө табырға мөмкин", — ти эшҡыуар.
...Тормоштары матур Мирхәйҙәровтарҙың. Урамда ла, ихатала ла — байтаҡ техника. Йорт-ҡаралтылары ла һоҡланырлыҡ. Ҡатыны Илгизә баҡса тултырып еләк-емеш һәм йәшелсә үҫтерә. Эшсән ғаилә ике бала тәрбиәләгән, ҡыҙҙары Өфөлә эшләһә, улдары — әлегә мәктәп уҡыусыһы.
Бына ошондай эшҡыуарҙар күберәк булғанда, ауылдарҙа тормош, ысынлап та, һүнмәйәсәк.
Минзилә ҒАБДРАХМАНОВА
Иглин районы,
Оло Ҡарамалы ауылы.