Районда беренселәрҙән булып бесән әҙерләүгә төшкән Кусимов исемендәге ауыл хужалығы кооперативы эшсәндәре люцерна баҫыуында тир түгә. Уңыштың яҡшы булыуы шунда уҡ күҙгә ташлана: бакуйҙар ҡалын, механизаторҙарҙың кәйефе көр. Быйыл һәр шартлы малға кәмендә 35 центнер аҙыҡ туплау бурысы ҡуйылған.
Хужалыҡ етәксеһе Әхәт Мортазин әйтеүенсә, 650 гектар майҙандағы кәзә үләне, силос өсөн тәғәйенләнгән көнбағыш, судан үләне ҡышҡылыҡҡа етерлек мал аҙығы туплау мөмкинлеге бирәсәк. Шулай уҡ былтырҙан ҡалған байтаҡ сенаж, бесән, һалам да ҙур ярҙам.
Бөгөн хужалыҡ баҫыуында барлығы дүрт сабыу, йыйыу агрегаты эшләй. Механизаторҙар Әкрәм Таһиров, Әмир Ғәйнуллин, Рәсих Вәлиев, йәйҙең бер көнө ҡышты
туйҙырыуын яҡшы аңлап, ең һыҙғанып эшләй. Сабылған үлән пресс-йыйғыс ярҙамында төргәктәргә урала. Хужалыҡ етәкселеге төрлө дәртләндереү сараһы булдырған: йыл һайын кооператив эшсәндәре бушлай бесән менән тәьмин ителә, алдынғыларға көндәлек премия ҡаралған. Көнөнә өс тапҡыр туҡландырыу ойошторолған, ҡымыҙҙан да өҙмәйҙәр.
— Мал өсөн иң ҡиммәтле аҙыҡ иҫәпләнгән люцерна менән кәзә үләненең майҙанын киләсәктә тотош районда арттырыу күҙ уңында тотола. Көндәр аяҙ һәм үлән һутлы саҡта хужалыҡтарға ҡышҡылыҡҡа бесән әҙерләүҙе йылдам атҡарып сығыу бурысы ҡуйылды. Шулай уҡ иҫкергән баҫыуҙарҙы яңыртыу, йәйге культуралар сәсеүҙе яйға һалыу ҙа талап ителә. Кусимов исемендәге ауыл хужалығы кооперативы күптәр өсөн өлгө булырлыҡ — бөгөн бында гектарынан бер тонна бесән әҙерләйҙәр. Ямғырҙар яуып, үлән бер аҙ күтәрелһә, бесән икенсе тапҡырға сабыласаҡ, — тине район ауыл хужалығы идаралығының баш агрономы Айҙар Ғилманов.
Кәримә УСМАНОВА
Әбйәлил районы.