Республиканың 5 муниципалитетына төҙөкләндереү өсөн 500 миллион һум йүнәлтелә25.08.2025
Фото: Радий Хәбировтың телеграм-каналы

Республиканың 5 муниципалитетына төҙөкләндереү өсөн 500 миллион һум йүнәлтелә

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың биш муниципалитетының Бөтә Рәсәй уңайлы ҡала мөхитен булдырыу буйынса иң яҡшы проекттар-2025 конкурсында еңеүе тураһында һөйләне.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 21 августа Ҡазанда Бөтә Рәсәй бәләкәй ҡалаларҙы һәм тарихи ауылдарҙы үҫтереү форумында илдең Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы уңайлы ҡала мөхитен булдырыу буйынса иң яҡшы проекттар конкурсы еңеүселәрен иғлан итте.


«Беҙ 10 ғариза тапшырғайныҡ, шуларҙың бишәүһе еңде. Октябрьский, Дүртөйлө, Шишмә, Үрге Йәркәй һәм Кушнаренко. Федераль аҡса күләме — яҡынса 500 миллион һум. Шуға күрә йәһәт кенә эшкә тотонорға кәрәк», — тине Радий Хәбиров.


Башинформ хәбәр иткәнсә, республиканың биш ауылы Бөтә Рәсәй уңайлы ҡала мөхитен булдырыу буйынса иң яҡшы проекттар конкурсында еңеүсе булды:


— «Октябрьский: мираҫты һаҡлап»,
— «Иванай баҡсаһы. Киләсәк башланғыстары» (Дүртөйлө)
— «Шишмә – Дуҫлыҡ шишмәһе»,
— «Үрге Йәркәй үҙәгенең бәйләүсе ептәре»,
— «Топорниндар һуҡмағы», Кушнаренко.


https://www.bashinform.ru/news/economy/2025-08-25/5-munitsipalitetov-bashkirii-poluchat-500-mln-rubley-na-blagoustroystvo-4360362



Вернуться назад