Башҡортостандың Үзбәкстандағы вәкиле эш башланы25.08.2025
Фото: Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығы

Башҡортостандың Үзбәкстандағы вәкиле эш башланы

Рәсәйҙең Үзбәкстандағы Сауҙа вәкиллеге ҡарамағындағы Башҡортостан вәкиле Альберт Шәйхетдинов үҙ бурыстарын үтәй башланы. Был хаҡта Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә республика етәксеһе Радий Хәбиров белдерҙе.


 Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, әлеге ваҡытта Белоруссияла, Үзбәкстанда, Төркиәлә, Ҡытайҙа, Ҡаҙағстанда, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә илебеҙҙең сауҙа вәкиллектәрендә Башҡортостан вәкиллектәре эшләй. Һандар һәм тәжрибә күрһәтеүенсә, республикала был илдәр менән үҙ-ара һөҙөмтәле эш алып барыла: тышҡы сауҙа әйләнеше арта, инвестициялар йәлеп ителә, яңы берлектәге производстволар булдырыла. Республиканың халыҡ- ара бәйләнештәрҙе нығытыуы тураһында тулыраҡ «Башинформ» материалында уҡығыҙ.


https://www.bashinform.ru/news/economy/2025-08-25/predstavitel-bashkirii-v-uzbekistane-pristupil-k-rabote-4360366



Вернуться назад