Башҡортостан дәүләт ерҙәрен ҡуртымға алыуҙа әүҙемлек буйынса тәүге өсәү иҫәбенә инде
Сервистарҙың уңайлы булыуы һәм бизнесҡа бирелгән льготалар һөҙөмтәһендә ошондай динамикаға өлгәшелде, тип иҫәпләйҙәр Башҡортостандың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығында.
Йыл башынан Башҡортостанда 10,2 меңдән ашыу ер участкаһын ҡуртымға алыу килешеүе теркәлгән. Был иһә илдә өсөнсө һөҙөмтә — Алтай крайында (19 мең) һәм Ростов өлкәһендә (11,8 мең) генә күберәк. Росреестр мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәйҙә ерҙе ҡуртымға алыу тураһында бөтәһе 309 меңдән ашыу килешеү төҙөлгән (2024 йылдың ғинуар-июлендә – 313 мең).
Башҡортостандың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығында билдәләүҙәренсә, республикала инвесторҙарға иң кәрәкле дәүләт ярҙамы – ерҙе ҡуртымға алыуҙа (сауҙаһыҙ) ярҙам күрһәтеү. Бынан тыш, һанлы сервистар даими рәүештә камиллаштырыла, процедуралар ябайлаштырыла. Мәҫәлән, килешеү бер йылдан ашыуыраҡ ваҡытҡа төҙөлгән осраҡта бер тәүлектә дәүләт теркәүе үтергә мөмкин.