Өфөгә «Һөт иле» фестиваленә тоннаға яҡын ҡымыҙ килтерәләр19.08.2025
Фото: Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте

Өфөгә «Һөт иле» фестиваленә тоннаға яҡын ҡымыҙ килтерәләр

Өфөгә «Һөт иле» фестиваленә кәмендә бер тоннаға яҡын шифалы ҡымыҙ килтерелә, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың ауыл хужалығы министрлығынан.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Һөт иле»ндә төп яңылыҡ — башҡорттарҙың милли эсемлегенә, уның тарихына һәм шифалы үҙенсәлектәренә арналған «ҠымыҙФест» майҙансығы. Башҡортостандың иң яҡшы ҡымыҙ бешеүселәре Өфөгә бер тонна файҙалы эсемлек килтерер тип көтөлә.


Башҡа ауыл хужалығы продукцияһы етештереүселәр ҙә үҙ майҙансыҡтарын тәҡдим итә.


Өфөлә йыл һайын ойошторолған «Һөт иле» ғаилә фестивале 30 августа була. 2011 йылда башлап фестиваль ҡунаҡсыллыҡ, һөт һәм һөт ризыҡтарына һөйөү символына әүерелде. Мәҫәлән, былтыр һөт фестивалендә 100 меңдән ашыу кеше ҡатнашты. Быйыл да ойоштороусылар бай программа әҙерләй.


Фестивалде уҙғарыу урыны – «Ҡашҡаҙан» мәҙәниәт һәм ял паркы.


https://www.bashinform.ru/news/economy/2025-08-19/na-molochnuyu-stranu-v-ufu-privezut-ne-menee-tonny-kumysa-4353822



Вернуться назад