Уңыштың сере бик ябай26.06.2012
Уңыштың сере бик ябайҠыҙыу осор яҡынлашты – айырыуса ауыл хужалығы эшсәндәре ошо ваҡытты файҙалы итеп үткәреүгә бар көсөн һала. Мәҫәлән, Дүртөйлө районының “Уңыш” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең уңған хеҙмәткәрҙәре йәйҙең бер көнө йылды туйҙыра тигән әйтемде онотмай.

– Төп маҡсат – малсылыҡты үҫтереү, был тармаҡтан мөмкин тиклем күберәк килем алыу, – тип һөйләй “Уңыш” хужалығы етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл Уңыштың сере бик ябайхужалығы хеҙмәткәре Марат Ҡорбанов. – Беҙҙә бөтәһе 1 200 баш һыйыр малы бар, шуның өстән бер өлөшө – һауын һыйыры. Көтөү тәүлек әйләнәһенә ойошторолғас, һауым да юғары. Һөттө Дүртөйлө һөт комбинатына оҙатабыҙ.
Ғәҙәттә, бәғзе берәүҙәр ниндәй ҙә уй-ниәте тормошҡа ашмаһа, тәбиғәттең көйһөҙлөгөнә йәки ҡайҙандыр ярҙамдың булмауына һылтана. Марат Мәүләүи улы иһә бөтә уңыштың сере егәрлелектә, өлгөрлөктә һәм эште ойоштора белеүҙә икәнлеген билдәләне.
Илдар АҠЪЮЛОВ
Дүртөйлө районы.

Уңыштың сере бик ябай


Вернуться назад