Башҡортостанда II кварталда ипотека баҙары йәнләнде14.08.2025

Башҡортостанда II кварталда ипотека баҙары йәнләнде

2025 йылдың апрель-июнь айҙарында Башҡортостанда йәшәүселәр 8 мең ипотека алған. Был иһә ғинуар-мартҡа ҡарағанда 53% күберәк. Уларҙың аҡса күләме I кварталға ҡарата 73% (28 миллиард һумға тиклем) артҡан. Дом.РФ мәғлүмәттәре буйынса, ил буйынса ипотекалар иҫәбендә республиканың өлөшө 4,4% тәшкил итә.


Ипотека баҙарында әүҙемлек буйынса Башҡортостан 5-се урынға күтәрелде. Мәскәүҙә һәм Мәскәү өлкәһендә, Санкт-Петербургта һәм Төмән өлкәһендә генә ипотека кредиттары күберәк.


Хәбәр иткәнебеҙсә, II кварталда Өфөлә яңы төҙөлгән йорттарҙа фатир һатыу 14% артҡан.


https://www.bashinform.ru/news/economy/2025-08-14/v-bashkirii-po-ii-kvartale-ozhivilsya-rynok-ipoteki-4348995



Вернуться назад