Рәсәйҙәргә кредит биреү шарттарында яңы пункт барлыҡҡа килде
Тиҙҙән банктар һәм башҡа кредиторҙар Федераль һалым хеҙмәте һәм Социаль фонд мәғлүмәттәре буйынса граждандарҙың рәсми килемен генә иҫәпкә алырға тейеш.
Кредит алыусыларҙы рәсми килеме тураһында мәғлүмәттәр кредиторҙарға 2026 йылдың мартына тиклем әҙер булырға тейеш. Эш дәүләт башлығы ҡушыуы буйынса башҡарыла, тип билдәләнеләр Рәсәй Банкының матбуғат хеҙмәтендә.
Планға ярашлы, кредиторҙар бер минут эсендә «Һанлы профиль» сервисы аша Федераль һалым хеҙмәте һәм Социаль фондтың мәғлүмәт системаһынан кәрәкле мәғлүмәттәр алырға хоҡуҡлы. Шул уҡ ваҡытта граждандарҙың рәсми килеме тураһында башҡа мәғлүмәт сығанаҡтарын йәлеп итеү мөмкинлеге һаҡлана, тип билдәләнеләр Үҙәк банкта.
Бынан алдараҡ июнь һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостанда кредит биреү мәғлүмәттәре тураһында хәбәр иткәйнек.