Ишембай районында май һығыу заводы төҙөлә
Ишембай районында яңы май һығыу заводы төҙөлә. Инвестор, Өфөнөң «Һомай» май экстракцияһы комплексы, проектҡа 7 миллиард һумға яҡын аҡса һала. Компанияға Ишембайҙа 91 363 квадрат метр майҙан ҡуртымға бирел. Инвестиция проектын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә 330 яңы эш урыны булдырыла. Продукцияны эске баҙарҙа һатыу һәм экспортҡа оҙатыу планлаштырыла.
Бынан алдараҡ «Башинформ» 2025 йылдың мартында республиканың Инвестиция комитеты ултырышында проектты хуплауҙары хаҡында хәбәр иткәйне. Ярҙам саралары сифатында республика эшкәртеү ҡорамалдарын һатып алыуға сығымдарҙың бер өлөшөн ҡапларға тейеш. Июндә уҙған Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумында Башҡортостан хөкүмәте инвестор менән күләмле инвестиция проектын ғәмәлгә ашырыу тураһында килешеү төҙөнө.