Мәләүез тракторсылары Ер һөрөү буйынса чемпионатта ҡатнаша
Бөтә Рәсәй механизаторҙар ярышы Ленинград өлкәһендә уҙғарыла.
Ленинград өлкәһендә ер һөрөү буйынса XII Рәсәй асыҡ чемпионаты старт алды. Былтырғы кеүек үк, быйыл да Башҡортостан исеменән Мәләүездән Илдар Ишәкәев һәм Валерий Романов ҡатнаша. Улар илдең иң яҡшы 50 механизаторы менән ярыша.
Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, «Трактор-шоу» 8-10 августа, финал һәм бүләкләү тантанаһы 10 августа була.
Башҡортостанда ла «Баҫыу көнө» сиктәрендә «Трактор-шоу» ойошторолдо.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Илдар Ишәкәев 2022 йылда вице-чемпион исемен яуланы, 2016 йылда Рәсәйҙең йыйылма командаһы составында ер һөрөү буйынса Европа чемпионатында ҡатнашты.