«Ҡарлуғас» электр поезы Өфөнән Силәбегә тәүге рейсҡа юлланды01.08.2025
Фото: Олег Яровиков

«Ҡарлуғас» электр поезы Өфөнән Силәбегә тәүге рейсҡа юлланды

Бөгөн, 1 августа, Дим станцияһынан Өфө – Силәбе төбәк-ара маршруты буйынса «Ҡарлуғас» электр поезы юлға сыҡты. Тантанала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Куйбышев тимер юлы начальнигы Вячеслав Дмитриев ҡатнашты.


«Бөгөн беҙҙә ҡыуаныслы ваҡиға. Был Куйбышев тимер юлы менән бергә башҡарылған эш. Беҙ ҡала яны юлдарында тимер юл составының 50% тиерлек алмаштырҙыҡ. Ысынында бик ҡыҙыҡлы маршрут. Силәбегә алыҫ араға йөрөгән поездар менән дә барырға мөмкин, әммә яңы маршрут уңайлы, ташламаларҙы, студенттар өсөн мөмкинлектәрҙе иҫәпкә алғанда, арзанға төшә. Беҙ Силәбе менән Башҡортостан араһын тағы ла яҡынайтабыҙ. Артабан Һамар, Магнитогорск ҡалаларына ошондай маршрут асырға тигән пландар бар. Хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт. Вячеслав Витальевич, хеҙмәттәшлек өсөн рәхмәт. Барыһын да ошо матур ваҡиға менән ҡотлайым», – тип билдәләне Радий Хәбиров.


Куйбышев тимер юлы начальнигы Вячеслав Дмитриев та республика халҡын һәм тимер юлсыларҙы ошо мөһим ваҡиға менән ҡотланы. Ул республика менән Рәсәй тимер юлдары араһында тығыҙ хеҙмәттәшлек өсөн Башҡортостан Башлығына рәхмәт әйтте.


«Ҡарлуғас» менән юлға 9 сәғәттән аҙыраҡ ваҡыт китә. Силәбегә ул төнгө 12-се 5 минутҡа барып етә. Дим – Силәбе маршруты буйынса юл хаҡы – 1 751 һум.


1 сентябрҙән 15 июнгә тиклем студенттарға юл хаҡы 50% ташлама менән 875,50 һум була.


https://www.bashinform.ru/news/economy/2025-08-01/iz-ufy-v-chelyabinsk-v-pervyy-reys-otpravilsya-elektropoezd-lastochka-4335378



Вернуться назад