Баш ҡалала Өршәк йылғаһы аша күперҙе ремонтлау эштәре ваҡытынан алда тамамланды31.07.2025

Баш ҡалала Өршәк йылғаһы аша күперҙе ремонтлау эштәре ваҡытынан алда тамамланды

Булгаков ауылы янындағы Өршәк йылғаһы аша күперҙе төҙөкләндереү эштәре ике аҙнаға иртәрәк тамамланды, тип хәбәр итте транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.


«Юл эшселәренә тиҙ һәм сифатлы эш өсөн рәхмәт белдерәм», – тип билдәләне ведомство етәксеһе.


Бөгөн яңыртылған күперҙә хәрәкәт асылды. Эштәр 72 көн урынына 58 көн дауам итте. Ремонтты тиҙләтеү өсөн подрядсылар тәүлек әйләнәһенә, ял һәм байрам көндәрендә лә эшләне, тине Минакова.


Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 1980 йылда Булгаков ауылы эргәһендә, Өфө – Ырымбур федераль трассаһында, төҙөлгән күпер авария хәлендә ине. Һуңғы тапҡыр ул 2014 йылда ремонтланған.


Хәҙер күпер аҫтында ремонт башлана, әммә юлда хәрәкәт туҡтатылмай.


https://www.bashinform.ru/news/economy/2025-07-31/v-ufe-ranshe-sroka-zavershili-remont-mosta-cherez-reku-urshak-4333542



Вернуться назад