Республика аграрийҙары 200 мең тоннанан ашыу ашлыҡ йыйып алған
Республика баҫыуҙарында ҡыҙыу ураҡ мәле. Башҡортостандың 31 районы хужалыҡтары уңыш йыйыуға төшкән. Әлеге ваҡытта 53 мең гектар майҙан сабылған һәм һуғылған, 200 мең тоннаға яҡын иген йыйып алынған. Был башлыса ужым бойҙайы, быйыл ул башҡа культураларҙан алдараҡ өлгөргән.
Гектарынан уртаса 40 центнер тирәһе тәшкил итә. Стәрлетамаҡ, Саҡмағош һәм Ҡырмыҫҡалы райондарында был күрһәткес – 50 центнер, Бүздәктә – 56 центнер, тип хәбәр итте хөкүмәт премьер-министры Андрей Назаров телеграм-каналда.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, комбайн руленә ултырып, ураҡ эштәренә старт биргәйне.