Үҙәк банк төп ставканы бер юлы 2% пунктына түбәнәйтте
Хәҙер иҫәп ставкаһы 18% тәшкил итә.
Бөгөн, 25 июлдә, Рәсәй Банкының Директорҙар советы ҡарары менән төп ставка 18% тиклем кәметелде. Аналитиктар фаразлағанса, ул бер юлы 2 процент пунктына түбәнәйҙе.
Ҡайһы бер финанс аналитиктары фекеренсә, иҫәп ставкаһы һиҙелерлек кәмегән осраҡта халыҡтың вкладтарға ҡыҙыҡһыныуы һүрелеүе, улар фонд баҙарына иғтибарын йүнәлтеүе мөмкин. Ә 12-13% юғарыраҡ ставкалар һаҡланһа, вкладтар популяр булып ҡала, тип иҫәпләй башҡалар.