Өфөлә ял көндәре йәрминкәләре ойошторола24.07.2025
Фото: Галина Бахшиева

Өфөлә ял көндәре йәрминкәләре ойошторола

26 һәм 27 июлдә Өфөлә ауыл хужалығы йәрминкәләрендә республикабыҙ етештереүселәренән аҙыҡ-түлек, йәшелсә, емеш-еләк һатып алырға мөмкин.


Баш ҡала мэрияһынан хәбәр итеүҙәренсә, шәмбе һәм йәкшәмбе Эшсе хәбәрселәр урамындағы 20-се йорт алдында сауҙа ойошторола.


Бынан алдараҡ Башинформ 2029 йылға тиклем Өфөлә 4,6 миллиард һумға логистик үҙәк төҙөләсәге тураһында хәбәр иткәйне.


https://www.bashinform.ru/news/economy/2025-07-24/v-ufe-sostoyatsya-yarmarki-vyhodnogo-dnya-4324981



Вернуться назад