1 октябрҙән бәләкәй бизнес кредит каникулдары алырға мөмкин
Дәүләт Думаһы тейешле закон ҡабул итте. Бизнес субъекты көрсөк хәлендә булмаһа ла, каникулдар бирелә.
Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары һәм үҙмәшғүлдәр кредит каникулдары алырға хоҡуҡлы. Закон 1 октябрҙә көсөнә инә. Рәсәй Банкында белдереүҙәренсә, каникулды ярты йылға, биш йылға бер тапҡыр, һәр кредитҡа алырға мөмкин. Эшҡыуарҙың йәки компанияның килеме кәмегәнме-юҡмы икәне мөһим түгел.
Әммә лимиттар бар. Кредит күләме түбәндәге сумманан артмаһа, каникулдар бирелә:
- микропредприятиелар өсөн — 60 миллион һум.,
- бәләкәй предприятиелар өсөн — 400 миллион һум.,
- урта предприятиелар өсөн — 1 миллиард һум.,
- үҙмәшғүлдәр өсөн — 10 миллион һум.
Льготалы осорҙа процент иҫәпләнә һәм ай һайын капитализациялана, йәғни кредит суммаһына өҫтәлеп бара.
Каникулдарҙы 2024 йылдың 1 мартынан һуңыраҡ төҙөлгән килешеүҙәр буйынса рәсмиләштерергә рөхсәт ителә.
Башҡортостандың Милли банкы мәғлүмәттәре буйынса, ағымдағы йылдың ғинуар-апрелендә бизнес 191,5 миллиард һум алған, күләмдең 2/3 өлөшө тиерлек эре компанияларға тура килә. Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ иһә бурысҡа алыуҙы кәметә – кредитты хеҙмәтләндереү бик ҡиммәткә төшә.