Тәбиғәт аямаһа ла, Хөкүмәт ҡурсалай23.06.2012
Тәбиғәт ауыл хужалығы эшсәндәрен быйыл тағы ла һынай. Һауа шарттарына ҡарағанда, “имтихан” бик ҡаты булмаҡсы. Яҙ иртә килде, ошоғаса ямғырҙың йүнләп яуғаны юҡ, ә ҡояш аяуһыҙ ҡыҙҙыра ғына...

Мал аҙығы әҙерләү республикала ҡатмарлыҡ менән бара. Был хәлде урындарҙа тикшереү һәм тейешенсә сара күреү өсөн Башҡортостан Хөкүмәтендә Ауыл хужалығы министрлығы вәкилдәре һәм тармаҡҡа ҡағылышы булғандар видеоселектор кәңәшмәһенә йыйылды. Һәр райондың яуаплы кешеһе үҙҙәрендәге хәл менән таныштырғас, тармаҡта тәбиғәт шарттарының ҡырыҫлығына бәйле ҡыуанырлыҡ һөҙөмтәләрҙең аҙ икәнлеге асыҡланды.
— Бөгөн республика буйынса ҡышҡа аҙыҡ шартлы бер баш малға 1,8 берәмек самаһы ғына әҙерләнгән. Ә бит был ваҡытҡа тиклем ике тапҡырға күберәк тупларға булыр ине, — тине ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Николай Коваленко. — Көндөң эҫелеге һәм ямғыр яумауы күп йыллыҡ үләндәрҙең сифатын кәметте. Бөгөн үк мал аҙығының, былтырғы менән сағыштырғанда, 50 – 60 процентҡа кәмерәк булыры күҙаллана.
Республика етәкселеге ауыл хужалығының хәле еңелдән түгеллеген аңлай һәм ярҙам итеү юлдарын эҙләй. Тармаҡҡа, былтырғы менән сағыштырғанда, 300 миллион һумға күберәк ярҙам бүленгән. Ошо арала минераль ашлама алыуға аҡса күсерелә башлаған. Дизель яғыулығына ла 250 миллион һум аҡса йүнәлтеләсәк. Бынан тыш, техника һатып алыуға сығымдарҙы ҡаплау юлдары ла ҡарала.
— Шул тиклем ярҙамды күрә тороп, беҙ малсылыҡта хәлде хөртәйтергә тейеш түгелбеҙ. Аҙыҡты кәрәгенсә әҙерләргә һәм мал һанын кәметмәҫкә тигән бурыс тора, — тине Николай Коваленко.
Ә. ӘЙҮПОВА.


Вернуться назад