Башҡортостанда йыл аҙағына тиклем тағы 33 ҡасабаға газ үткәрелә
Әле 39 ҡасаба-ара газ үткәргес файҙаланыуға тапшырылған.
Йылдың икенсе яртыһында Башҡортостанда тағы 33 тораҡ пунктты газға тоташтырыу күҙаллана. Был хаҡта хөкүмәттең оператив кәңәшмәһе барышында «Газпром межрегионгаз Өфө» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Альберт Лоҡманов белдерҙе. Бының өсөн биш ҡасаба-ара газ үткәргес һәм 11 объект төҙөлөшө тамамлана.
2021-2025 йылдарҙа бөтәһе 2 мең саҡрымдан ашыу ҡасаба-ара һәм ҡасаба эсендәге газ үткәргестәр төҙөлгән, 26 мең йорт хужалығы менән 181 тораҡ пунктҡа газ үткәрелгән.
2026-2030 йылдарҙа 35 ҡасаба-ара газ үткәргес төҙөлөргә тейеш.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров баҡса ширҡәттәренә лә газ үткәргестәргә тоташыу һәм арзан яғыулыҡ алыу мөмкинлеген бирергә кәрәклеген иҫкә төшөрҙө. Республиканың 20 районында 423 коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәтендәге 15 мең йортҡа газ үткәрергә мөмкин.
Шулай уҡ социаль газ үткәреү буйынса эш алып барыла. Бөгөнгө көнгә 76 мең ғариза бирелгән, шуларҙың 82% үтәлгән (61,3 мең йорт).