Башҡортостан Башлығы Петербург иҡтисад форумының иң мөһим һөҙөмтәләрен әйтте23.06.2025
Фото: Олег Яровиков / «Башинформ» агентлығы архивы

Башҡортостан Башлығы Петербург иҡтисад форумының иң мөһим һөҙөмтәләрен әйтте

Башҡортостан Башлығы хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика делегацияһының Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумындағы эшенә йомғаҡ яһаны һәм форум барышында иғлан ителгән иң мөһим һөҙөмтәләрҙе әйтте.


Башҡортостан икенсе йыл рәттән Рәсәй төбәктәрендә Инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында өсөнсө урынды яуланы, тип билдәләне Радий Хәбиров.


«Быйыл да беҙ илдә өсөнсө. Беҙ урынды Мәскәү өлкәһе менән бүлештек. Был бик яҡшы һөҙөмтә. Шуға күрә барығыҙҙы ла ҡотлайым, идара итеү командаһының яҡшы эше», –  тине ул.


Бынан тыш, Башҡортостан үҙ төркөмөндә төбәктәр «дронофикацияһы» пилот рейтингында өсөнсө урынды алды. Беренсе урында – Калуга өлкәһе, икенселә – Рязань өлкәһе.


Беҙҙең төбәк газ-мотор яғыулығын үҫтереү буйынса ла өс лидер иҫәбенә инде, республикабыҙ Санкт-Петербургтан һәм Ростов өлкәһенән генә ҡалышты. Сафҡа индерелгән газ заправкалары һаны буйынса Башҡортостан абсолют рекордсмен булды. Бер йылда 21 АГНКС эшләй башланы, тип билдәләне Радий Хәбиров.


https://www.bashinform.ru/news/economy/2025-06-23/glava-bashkirii-nazval-samye-vazhnye-rezultaty-pmef-4287268



Вернуться назад