Башҡорт биҙәге төшөрөлгән банк карталары сығарылды17.06.2025

Башҡорт биҙәге төшөрөлгән банк карталары сығарылды

Рәсәйҙең иң эре банкы илдең иң күп халыҡ йәшәгән милли төбәктәренең фольклор мотивтары менән карталар сығарҙы. Улар – Башҡортостан, Татарстан, Яҡутстан, Бүрәтстан һәм мәҙәни баш ҡала булараҡ Санкт-Петербург. Был хаҡта Башҡортостандың кредит һәм финанс ойошмалары ассоциацияһынан хәбәр иттеләр.


Башҡортостан картаһы өсөн орнаментты Өфө рәссамы Нелли Аҡсурина төшөргән.


«Ысын башҡорт орнаменты декоратив элемент ҡына түгел, ә визуаль код булып тора. Үҙ эшемдә мин башҡорт биҙәгенә хас геометрик һәм үҫемлек мотивтарын берләштерҙем, композицияның нигеҙендә – малсылыҡ, үләндәр һәм уңдырышлылыҡ символы булған ҡусҡар биҙәге», — тип һөйләне Нелли Аҡсурина.


https://www.bashinform.ru/news/economy/2025-06-17/bashkirskiy-ornament-popal-na-bankovskuyu-kartu-4278617



Вернуться назад