Эшкә теләк, дәрт булғанда22.06.2012
Эшкә теләк, дәрт булғандаРайонда “йәшел ураҡ” башланып, ошо көндәрҙә М. Гәрәев исемендәге кооператив уңғандары ла бесәнгә төштө.

— Мал аҙығы әҙерләүгә быйыл да иғтибар көслө. Өҫтәүенә һауа шарттары ыңғай килеп тора. Шулай ҙа бесәнде күберәк туплау хәйерле. Бөгөнгә уны 350 тонна әҙерләнек. Йәлеп ителгән барлыҡ техника көйлө эшләй. Коллективҡа килгәндә, һәр кем үҙ эшенә яуаплы ҡарай, — ти кооператив рәйесе Әнис Ғарипов.
Ул айырыуса Флүр Фәйзуллин, Альберт Дийәров, Рәмил Латипов, Зәбир Мусин, шоферҙар Николай Маркелов, Рәмис Ситдиҡов, Артур Азизов, Рауил Хәмиҙуллиндарҙың тырышлығын билдәләне. Егеттәрҙең барыһы ла тәжрибәле, техника боҙола ҡалһа, үҙ ҡулдары менән “һә” тигәнсе көйләп, йүнәтеп тә ебәрәләр.
— Көндөң бер минутын да бушҡа сарыф итмәйбеҙ, бындай ҡыҙыу осорҙа ваҡыт алтынға тиң, — ти Флүр Фәйзуллин. — Эш көйлө барһын өсөн мөмкинлектәр булдырылған.
Баҫыусылыҡҡа килгәндә, хужалыҡта 150 гектарҙағы көнбағыштың рәт араларын эшкәртеү тамамланған. Әле был агротехник сараны механизаторҙар Ришат Моратов менән Ғосман Ғилданов 420 гектарҙы биләгән кукуруз баҫыуында дауам итә.
“Эшкә теләк, дәрт булғанда тау аҡтарырға мөмкин”, — ти алдынғы эшсәндәр һәм шуның менән исеме хужалыҡҡа бирелгән данлыҡлы яҡташтарының абруйына тап төшөрмәйәсәктәрен белдерә.
Лира ГӘРӘЕВА
Илеш районы.


Вернуться назад