Өфөлә бизнес-форумда Беларусь менән хеҙмәттәшлек тураһында 10 документҡа ҡул ҡуйылды11.06.2025
Фото: Роман Якимчук

Өфөлә бизнес-форумда Беларусь менән хеҙмәттәшлек тураһында 10 документҡа ҡул ҡуйылды

Бөгөн Өфөлә барған «Минск һәм Өфө: туғандашлыҡ – үҫештең яңы драйверы» бизнес-форумында Белоруссия вәкилдәре менән ике яҡлы хеҙмәттәшлек тураһында 10 документҡа (килешеүҙәр, саралар планы, контракттар) ҡул ҡуйылды.


Өфө хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев һәм Минск ҡала башҡарма комитеты рәйесе Владимир Кухарев 2026-2028 йылдарға Өфө менән Минск араһында муниципаль-ара мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү һәм киңәйтеү буйынса саралар планына ҡул ҡуйҙы. Минскиҙың Партизан районы хакимиәте башлығы Николай Поляков һәм Өфөнөң Калинин, Октябрь, Совет, Киров райондары хакимиәттәре башлыҡтары 2025-2027 йылдарға сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө.


Бынан тыш, Белоруссия Сауҙа-сәнәғәт палатаһының Минск бүлексәһе һәм Башҡортостан Сауҙа-сәнәғәт палатаһы, «Минск» иҡтисади зонаһы етәкселеге һәм Башҡортостан кластерҙары ассоциацияһы, Белоруссияның дәүләт академия бейеү ансамбле һәм Өфөнөң «Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамбле араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙәр, Минск һәм Өфө туристик-мәғлүмәт үҙәктәре араһында мәғлүмәт хеҙмәттәшлеге тураһында килешеү төҙөлдө, Өфөнөң коммерция предприятиеһына Белоруссиянан резина плитәләр килтереү тураһында контрактҡа ҡул ҡуйылды.


«Башинформ» хәбәр иткәнсә, әле Өфөлә Минск көндәре бара. 


https://www.bashinform.ru/news/economy/2025-06-11/na-biznes-forume-v-ufe-podpisali-10-soglasheniy-s-predstavitelyami-belarusi-4274266



Вернуться назад