Өфөлә вертолеттар өсөн аэропорт төҙөлә30.05.2025
Фото: glavarb.ru

Өфөлә вертолеттар өсөн аэропорт төҙөлә

Өфөнөң Октябрь районында хеҙмәтләндереү инфраструктураһы булған вертолеттарҙы ҡабул итеү өсөн терминал барлыҡҡа килеүе ихтимал. Республиканың «Инвестиция сәғәте»дә «ХелиПорт-Өфө» компанияһы директоры Ольга Старцева уның проекты менән таныштырҙы. Бәләкәй авиацияның үҫешеүенә бәйле ҡалаға һауа судноларын хеҙмәтләндереү өсөн заманса майҙансыҡ кәрәк, тип билдәләне ул.


Инвестицияларҙың дөйөм күләме – 170 миллион һум. Объектты сафҡа индергәндән һуң 17 яңы эш урыны булдырыла.


Проектҡа өҫтөнлөклө тигән статус бирелде: инвестор ерҙе сауҙалашыуһыҙ ҡуртымға алырға мөмкин.


https://www.bashinform.ru/news/economy/2025-05-29/v-ufe-postroyat-aeroport-dlya-vertolyotov-4255852



Вернуться назад