Республикала «Агростартап» еңеүселәре иғлан ителде29.05.2025
Фото: pravitelstvorb.ru

Республикала «Агростартап» еңеүселәре иғлан ителде

Яңы эш башлаған 39 фермер быйыл «Агростартап» гранттарына конкурста еңеү яуланы. Бөтәһе 170 ғариза килгән, уларҙың дүрттән бер өлөшө финалға үткән, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән.


Гранттың суммаһы 1,5-7 миллион һум тәшкил итә. Дәүләт ярҙамының дөйөм күләме иһә 175 миллион һум (2024 йылға ҡарағанда (149 миллион һум) 17% күберәк). Фермерҙың сығымдарҙың 10% кәм булмаған күләмдә проектты берлектә финанслауы төп шарт булып тора.


2019 йылдан Рәсәйҙә милли проекттар кесе эшҡыуарлыҡҡа ярҙам күрһәтә. Биш йыл дауамында «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам» программаһы эшләне. Быйылдан бизнесты үҫтереү бурыстарын «Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад» милли проекты ғәмәлгә ашыра.


Бынан алдараҡ дәүләт ярҙамын алыусыларҙың «Агростартап»ты нисек файҙаланыуы тураһында хәбәр иткәйнек (1, 2, 3).


https://www.bashinform.ru/news/economy/2025-05-28/v-bashkirii-ob-yavili-poluchateley-granta-agrostartap-4254205



Вернуться назад