Радий Хәбиров Башҡортостандың тышҡы иҡтисади өҫтөнлөктәре хаҡында һөйләне
Башҡортостан халыҡ-ара партнерҙар менән иҡтисади хеҙмәттәшлекте үҫтерә. Республика Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының махсус йөкләмәләр буйынса илсеһе Эдуард Малаян менән ошо эште тикшерҙе. Республиканың төп ҡаҙаныштары һәм тышҡы иҡтисади хеҙмәттәшлектең өҫтөнлөктәре хаҡында ул социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙҙы.
Башҡортостан 100-ҙән ашыу ил менән сауҙа бәйләнештәрен үҫтерә. Тәүге унау иҫәбендә – Ҡытай, Төркиә, Ҡаҙағстан, Һиндостан, Беларусь, Тунис, Үзбәкстан, Ҡырғыҙстан, Бразилия, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре. Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса республиканың тышҡы сауҙа әйләнеше 6,4% үҫкән. Шул уҡ ваҡытта Бразилияға экспорт – 10 тапҡырға, Һиндостанға 6 тапҡырға тиерлек артҡан. Ошо уҡ осорҙа республика сит ил партнерҙары менән хеҙмәттәшлек тураһында 80-дән артығыраҡ килешеү төҙөгән. Улар иҫәбендә – Үзбәкстан һәм Беларусь менән юл карталары. Рәсәйҙең Белоруссияла, Үзбәкстанда, Ҡаҙағстанда, Төркиәлә, Ҡытайҙа, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә урынлашҡан сауҙа вәкиллектәрендә Башҡортостан вәкиллектәре эшләй.
«Реаль проекттар – белорус, төрөк, ҡаҙаҡ, үзбәк, башҡа партнерҙарыбыҙ менән берлектә яңы производстволар, сервис үҙәктәре асыу беҙҙең төп өҫтөнлөктәр булып ҡала. Экспортты үҫтереүгә етди иғтибар бүләбеҙ. Республикала экспортҡа ярҙам үҙәге эшләй, ул эшҡыуарҙарға тышҡы баҙарға сығырға ярҙам итә. Сит илдәрҙә бизнес-миссиялар ойошторабы, конгресс саралары үткәрәбеҙ. Мәғариф, туризм һәм башҡа өлкәләрҙә төрлө илдәр менән берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырабыҙ», – тип яҙҙы Радий Хәбиров.
Республикаға тышҡы бәйләнештәрҙе яйға һалыуҙа Рәсәйҙең Сит ил эштәре министрлығы ҙур ярҙам күрһәтә. Радий Хәбиров Сит ил эштәре министрлығына ошо мөһим ярҙам өсөн рәхмәт белдерҙе.