Республикала баҡыр сығарыу тураһында ҡарар геология-разведка эштәренән һуң ҡабул ителә20.05.2025
Фото: Роман Якимчук

Республикала баҡыр сығарыу тураһында ҡарар геология-разведка эштәренән һуң ҡабул ителә

«Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең Волга буйы федераль округы буйынса ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу департаментынан алған лицензияһына ярашлы, баҡыр запастары булған Әбйәлил районында геология-разведка эштәре 2025 йылда башҡарылырға тейеш. Был хаҡта «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында компания директоры Таһир Бәхтегәрәев һөйләне.


Лицензия участкаһының майҙаны – 229 гектар, бында яҡынса 1 миллион тонна баҡыр булыуы ихтимал. Тикшереү сәнәғәт ҡиммәтен һәм артабан эшкәртеүҙең иҡтисади маҡсатҡа ярашлылығын билдәләү өсөн кәрәк. Таһир Бәхтегәрәев шулай уҡ разведка эшен нисек үткәреү планлаштырыуҙарын аңлатты. Участкала бер нисә скважина быраулана, ә материал өлгөләрен лабораторияға ебәрәләр.


«Был баҡыр запастарының булыуын белеү өсөн кәрәк. Бынан һуң техник-иҡтисади нигеҙләү формалаштырыла, уны дәүләт комиссияһы ҡарай, ә баҡыр запастары дәүләт балансына ҡуйыла. Шунан һуң тау-байыҡтырыу комбинатын төҙөү тураһында ҡарар ҡабул ителә», – тине «Салауат» йәмғиәте директоры.


Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, производство өсөн участка ауылдарҙан һәм тәбиғәт объекттарынан байтаҡ алыҫта урынлашҡан. «Башинформ» хәбәр иткәнсә, тау-байыҡтырыу комбинатын төҙөү проекты дәүләт экспертизаһының ыңғай һығымтаһын алырға тейеш, уның буйынса асыҡ тыңлауҙар ойошторола. Компания тәҡдим иткән мәғдән сығарыу һәм байытыу технологияһы экологик яҡтан таҙа булыуы менән айырылып тора.


https://www.bashinform.ru/news/economy/2025-05-20/reshenie-o-dobyche-medi-v-bashkirii-primut-po-rezultatam-geologorazvedki-4242874





Вернуться назад