Башҡортостанда «Мирная» һанлы подстанцияһы сафҡа индерелде20.05.2025
Фото: Олег Яровиков

Башҡортостанда «Мирная» һанлы подстанцияһы сафҡа индерелде

20 майҙа Өфөлә Рәсәй нефть-газ химияһы форумы һәм 33-сө «Газ. Нефть. Технологиялар – 2025» халыҡ-ара күргәҙмәһе барышында Рәсәйҙең энергетика министры Сергей Цивилев һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы производстволар асыуға старт бирҙе.


«Башнефть» компанияһы Краснокама районында «Мирная» һанлы подстанцияһын сафҡа индерҙе.


Подстанция 470-тән ашыу сығарыу скважинаһын һәм биш етештереү майҙансығын: нефть паркын, ҡатлам баҫымын һаҡлау һәм беренсел нефть таҙартыу буйынса объекттарҙы электр менән тәьмин итергә тейеш.


Бөтә процестар автоматик рәүештә бара. Был эксплуатация сығымдарын 40% проценттан ашыуға кәметергә мөмкинлек бирә. «Башнефть» компанияһының генераль директоры урынбаҫары Виктор Соловых һүҙҙәренсә, подстанцияны реконструкциялағанда Рәсәйҙә етештерелгән заманса материалдар һәм юғары технологиялы ҡорамалдар файҙаланылған.


«Мирная» подстанцияһын яңыртыу «Роснефть» компанияһының Башҡортостан биләмәһендә электр селтәрҙәренең һанлы районын булдырыу буйынса күләмле пилот проектына старт булып тора.


Благовещенда «Нефтехим тәжрибә заводы» йәмғиәтенең айырым бүлексәһендә нефть сығарыу һәм ташыу процестары өсөн коррозия ингибиторҙарын алыу ҡулайламаһы эшләй башланы. Бында нефть транспортын сығарыу өсөн реагенттар етештерелә. Инвестициялар күләме 1,2 миллиард һумға баһалана.


Шулай уҡ бөгөн Өфө районының Шмидт ауылында, Салауат районының Тирмән, Иҙрис, Юлай ауылдарында газ үткәреү программаһы сиктәрендә дүрт газ бүлеү торбаһы сафҡа индерелде.


https://www.bashinform.ru/news/economy/2025-05-20/v-bashkirii-zapustili-tsifrovuyu-podstantsiyu-mirnaya-4242938



Вернуться назад