Башҡортостанда июндә нисек ял итәләр һәм хеҙмәт хаҡы түләйҙәр13.05.2025

Башҡортостанда июндә нисек ял итәләр һәм хеҙмәт хаҡы түләйҙәр

Башҡортостандың Хеҙмәт инспекцияһы июндә эш хаҡының нисек түләнеүе тураһында мәғлүмәт бирҙе. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, киләһе айҙа республика халҡын 12 июндә – Рәсәй көнө, 6 июндә Ҡорбан байрамы уңайынан оҙайлы ялдар көтә.


Республикала айҙың беренсе аҙнаһында – өс, икенсеһендә дүрт ял көнө була (8 марттағы байрам 13 июнгә күсерелде).


Башҡортостанда Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы етәксеһе урынбаҫары Оксана Ванскова һүҙҙәренсә, Хеҙмәт кодексына ярашлы, 6 һәм 12 июндә эшләгән хеҙмәткәрҙәргә икеләтә түләү ҡаралған.


Ғәҙәти график буйынса эшләгән хеҙмәткәрҙәрҙе ошо ял көндәрендә уларҙың яҙма ризалығы менән генә эшкә саҡырырға мөмкин. Был ваҡыт өсөн уларға икеләтә хеҙмәт хаҡы түләнә йәки ял бирелә.


Окладҡа эшләгән хеҙмәткәрҙәрҙең июндә эш хаҡы кәмемәй, сөнки июнь айына билдәләнгән норманы улар үтәй, тип билдәләнеләр Дәүләт хеҙмәт инспекцияһында.


Бынан алдараҡ Дәүләт хеҙмәт инспекцияһында ауырлы ҡатын-ҡыҙҙар өсөн льготалар тураһында һөйләнеләр.


https://www.bashinform.ru/news/economy/2025-05-13/kak-v-bashkirii-budut-otdyhat-i-poluchat-zarplatu-v-iyune-4232483



Вернуться назад