Республика аграрийҙары 4 миллиард һумға ауыл хужалығы техникаһы һатып алған
Башҡортостан аграрийҙары 2025 йылдың дүрт айында 4 миллиард һумдан ашыу суммаға 616 берәмек ауыл хужалығы техникаһы һәм ҡорамалдары һатып алған. Был уҙған йылдың ғинуар-апрель айҙарына ҡарағанда 1,1 миллиард һумға күберәк, тип билдәләне хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика вице-премьеры – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.
Быйыл йыл башынан 116 трактор, 12 иген йыйыу комбайны, шулай уҡ 170-тән ашыу тупраҡ эшкәртеү һәм сәсеү машинаһы, башҡа техника һатып алынған.
Стәрлетамаҡ, Ҡырмыҫҡалы һәм Илеш райондары аграрийҙары башҡаларға ҡарағанда йышыраҡ ауыл хужалығы техникаһы һәм ҡорамалдары һатып алған (416-457 миллион һумға). Иң аҙ техника алған райондар иҫәбендә – Асҡын, Мишкә, Мәсетле. Архангел, Бөрө һәм Бөрйән райондары аграрийҙары иһә йыл башынан бөтөнләй техника һатып алмаған.
«Росагролизинг» акционерҙар йәмғиәте аша ғинуар-апрель айҙарында 953 миллион һумға 189 берәмек техника килгән. Өҫтәмә рәүештә 1 миллиард һумға ғаризалар бирелгән. «Росагролизинг»тың «Оттепель» махсус акцияһы март айында башланды һәм ағымдағы йылдың 31 майына тиклем оҙайтылды. Республикабыҙ аграрийҙарына был программаға әүҙем ҡушылырға кәрәк», — тип белдерҙе Илшат Фәзрахманов.