Башҡортостан менән Үзбәкстан уртаҡ технопарк булдырыу тураһында һөйләшеп килеште
Башҡортостан менән Үзбәкстан уртаҡ технопарк булдырыу тураһында һөйләшеп килеште
Башҡортостан менән Үзбәкстан берлектәге «Бекабад» технопаркын булдырырға планлаштыра. Тейешле килешеүгә Үзбәкстанда «Иннопром. Үҙәк Азия» халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһе барышында ҡул ҡуйылған.
Документҡа ярашлы, берлектәге технопарк булдырыуҙа яҡтар Рәсәй һәм Үзбәкстан инвесторҙарын йәлеп итергә йыйына. Бының өсөн Башҡортостан һәм Үзбәкстан резиденттарға ярҙам саралары исемлеген әҙерләй.
Башҡортостандың Үзбәкстан менән бәйләнештәрҙе нисек нығытыуы тураһында «Башинформ»дың ошо материалында уҡығыҙ.