Башҡортостанда яҙғы сәсеү буйынса лидерҙар асыҡланды24.04.2025
Фото: Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы

Башҡортостанда яҙғы сәсеү буйынса лидерҙар асыҡланды

Башҡортостанда Мәләүез, Әлшәй һәм Миәкә райондары яҙғы сәсеү темптары буйынса алдынғылыҡты бирмәй. Республиканың ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, был муниципалитеттарҙа 9 мең, 6,7 мең һәм 6 мең гектар майҙанда эштәр башҡарылған.


Әле республиканың 33 район хужалыҡтарында сәсеү эштәре бара. Белгестәр дөйөм күләмдең 3% тиерлек үтәгән.


«Хужалыҡтар иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар (38 мең гектар), майлы (17 мең гектар), мал аҙығы (2,4 мең гекта) культураларын сәсә башланы. Әлшәй районы эшсәндәре шәкәр сөгөлдөрөн әүҙем сәсә», — тип белдерҙеләр аграр ведомствола.


https://www.bashinform.ru/news/economy/2025-04-23/nazvany-lidery-po-yarovomu-sevu-v-bashkirii-4210306



Вернуться назад