Башҡортостандың 22 районында сәсеү эштәре башланды
Башҡортостандың 22 районында ауыл хужалығы предприятиелары һәм фермерҙар яҙғы культураларҙы сәсеүгә төштө, тип хәбәр итте республика етәксеһе Радий Хәбиров үҙенең телеграм-каналында.
Быйыл яҙ иртә килде, әммә «сәсеүҙе ғәҙәттәге ваҡытта тиерлек башлайбыҙ», тип билдәләне ул. Баҫыуҙарҙа тәүге эштәр март аҙағында башланһа ла, һауа торошо үҙ төҙәтмәләрен индерҙе.
«Был яҡшыға ғына, ти белгестәр. Иртә сәскән йылдар бик һирәк кенә уңдырышлы була. Шуға яҡшы уңышҡа өмөтләнәбеҙ», — тип өҫтәне Башҡортостан Башлығы.
Бөгөнгө көнгә Башҡортостан аграрийҙары яҡынса 23 мең гектарҙа ауыл хужалығы культураларын сәскән (пландың 1%). Башлыса иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар. Ҡайһы бер райондарҙа рентабелле майлы культуралар үҫтерелә.
«Әлегә көндәр ҡояшлы тора, аграрийҙарҙың ҡыҙыу эш мәле. Уңыштар теләйем! Эштең мөһим этабы ҡаршылыҡһыҙ үтһен. Хеҙмәт һәм фиҙакәрлек өсөн рәхмәт белдерәм», — тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров.