Мартта республикала йәшәүселәр алған ипотека кредиттары күләме 15% артҡан18.04.2025
Фото: Валерий Шахов

Мартта республикала йәшәүселәр алған ипотека кредиттары күләме 15% артҡан

2025 йылдың мартында Башҡортостан халҡы дөйөм суммаһы 6,38 миллиард һумлыҡ 1702 ипотека кредиты алған. Уртаса чек 3,75 миллион һум тәшкил иткән, ә уртаса ваҡыты – 272 ай (яҡынса 22,6 йыл). Мартта, февраль менән сағыштырғанда, ипотека күләме 15%, кредиттар һаны – 15%, ә уртаса чек 7% артҡан. Был турала Берләштерелгән кредит бюроһы мәғлүмәттәренән билдәле булды.


Мартта Рәсәй буйынса уртаса алғанда 230,1 миллиард һумға 52 мең ипотека кредиты бирелгән. Февраль һөҙөмтәләре менән сағыштырғанда торлаҡ һатып алыу өсөн бирелгән кредиттар һаны – 7%, күләме 10% артҡан.


https://www.bashinform.ru/news/economy/2025-04-18/v-marte-na-15-vyros-ob-em-ipotechnyh-kreditov-vzyatyh-zhitelyami-bashkirii-4203756


 



Вернуться назад