Башҡортостанда субсидияларҙы иҫәпләү өсөн торлаҡтың квадрат метрының хаҡы артты
Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы 2025 йылдың II кварталына бер квадрат метр торлаҡтың яңы уртаса баҙар хаҡын раҫланы. «Башинформ» ға рәсми бойороҡто өйрәнгәндән һуң билдәле булыуынса, бер «квадрат» 113 532 һум тора. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2025 йылдың I кварталында был сумма 110 658 һум ине.
Күрһәткес торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж граждандарға федераль субсидияларҙы иҫәпләү өсөн ҡулланыла. Был аҡсаны торлаҡ һатып алыу йәки төҙөү өсөн ҡулланырға мөмкин.