Башҡортостанда 50-нән ашыу майҙансыҡта эшкә урынлашыу йәрминкәләре ойошторола14.04.2025
Фото: Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы

Башҡортостанда 50-нән ашыу майҙансыҡта эшкә урынлашыу йәрминкәләре ойошторола

Башҡортостанда «Рәсәй эше. Мөмкинлектәр ваҡыты» Бөтә Рәсәй платформаһы сиктәрендә 50-нән ашыу майҙансыҡта эшкә урынлашыу йәрминкәләре ойошторола. Быйыл 18 апрелдә йәрминкә17 меңдән ашыу эш биреүсене берләштерә, улар 370 меңдән ашыу вакансия тәҡдим итергә йыйына. Шулай уҡ Башҡортостан вакансиялар тәҡдим иткән предприятиелар һаны буйынса тәүге төбәктәр иҫәбенә инде. Был хаҡта вице-премьер Татьяна Голикова хәбәр итте.


Бөтә Рәсәй йәрминкәһе эшкә урынлашҡанда һөҙөмтәле ярҙам ҡоралы булып тора, тип билдәләне ул. Быйыл төбәк этабында 2 меңдән ашыу майҙансыҡ эшләй. Ырымбур өлкәһендә 100 майҙансыҡ булдырыла. Пермь крайында, Марий Эл Республикаһында, Красноярск крайында, Омск һәм Ростов өлкәләрендә, Башҡортостанда һәм Ҡырымда — ошо төбәктәрҙең һәр береһендә 50-нән ашыу майҙансыҡ асыла.  


Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2023 йылдан Рәсәй президенты ҡушыуы буйынса «Рәсәй Эше. Мөмкинлектәр ваҡыты» Бөтә Рәсәй йәрминкәһе үткәрелә. 2025 йылдан ул «Кадрҙар» милли проекты сараларының береһе булып тора.


https://www.bashinform.ru/news/economy/2025-04-14/v-bashkirii-yarmarki-trudoustroystva-proydut-bolee-chem-na-50-ploschadkah-4197488



Вернуться назад