Бөгөн йорт төҙөүгә тотоноу менән бер кемде лә аптыратып булмай. Өйҙәрҙе мөһабәт һәм үҙенсәлекле архитектура буйынса һә тигәнсә ҡалҡытып ҡуялар. Дәүләкән ҡалаһынан Илһам Муллагилдиндың да йорттар һалыу менән шөғөлләнеүенә ғәжәпләнәһе түгел. Күптәр өсөн бәләкәйҙән күреп-белеп үҫкән эш. Шулай ҙа баҙар шарттарында үҙ йүнеңде үҙең күреү, табыш килтерерҙәй эшеңде асыу тәүәккәлдәрҙең һәм ныҡышмалдарҙың ғына ҡулынан килә.
Илһам Билал улының шәхси предприятиеһы 2008 йылдан йорт, мунса һалыуға һәм ағас материалдары һатыуға махсуслашҡан. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: нигеҙенән алып эйәһенә тапшырғансы үҙҙәренең генә ҡулы тейә. Шәхси предприятие хәҙер инде ышаныс яулап, аяғында ныҡ баҫып торғандарҙан һанала. Район үҙәгендә Торлаҡ төҙөлөшө фонды заказы буйынса ике йорт һалып файҙаланыуға тапшырыуҙары уларға күрһәтелгән ышанысҡа сағыу миҫал. Тағы ла ике йорт күтәрмәкселәр.
Эшҡыуар иҫәпләүенсә, иң мөһиме — сифат һәм ышаныс яулау. Бынан тыш, йортто килешелгән ваҡытҡа өлгөртөргә кәрәк. Йәнә заманса төҫ биреү, заказсы талабының иҫәпкә алыныуы ла мотлаҡ. Был йәһәттән Илһам Билал улының егеттәре ышанысты аҡлай. Мәҫәлән, Илдар Фәтхетдинов, Фидан Баязитов, Флорид Фәйзрахманов, Рәил Ильясов, Альфред Әсфәтуллин үҙ бурысына намыҫлы ҡарай. Ғөмүмән, шуныһы маҡтауға лайыҡ: И. Муллагилдин 20-ләп кешене эшле иткән.
Берҙәмлектә — көс, тип юҡҡа әйтмәйҙәр. Илһам Билал улының төҙөүселәрҙән торған коллективына ҡарап та быға ышанырға мөмкин. Эшҡыуар предприятиеһына ауылдаштарын, бергә уйнап үҫкән егеттәрҙе алған. Был да ҡайһы берәүҙәр өсөн матур өлгө. Яҡташтарҙың хәстәре лә уртаҡ, бергәләшеп ауыл зыяратына ҡапҡа яһағандар, уны уратып та алмаҡсылар. Алдарына тағы ла бер изге маҡсат ҡуйғандар — ауылды мәсетле итмәкселәр. Бына шулай, эшле кешенең хәстәре лә башҡа. Илһам йорт төҙөүҙең нескәлектәрен барлап тороуҙың кәрәген тапманы. Ә бына ғаиләһе тураһында һүҙ сыҡҡас, йәнләнеп китте. Атай кешенең иң ҙур ғорурлығы ҡыҙы булыуына инандыҡ. Мәктәп уҡыусыһы Айгөл ата-әсәһен һөйөндөрөп, үҫеп килә. Мәскәүҙә үткән “Сәнғәт планетаһы” халыҡ-ара фестивалендә I урынға лайыҡ булып яҡындарын шатландырған. Айгөл “Сулпылар”ҙа ла һынатмаған — II урын яулаған. Ғөмүмән, сәнғәт донъяһында ҡайнап йәшәй: “Ивален” фольклор төркөмөндә шөғөлләнә, “Сулпан” башҡорт балалар төркөмөнә йөрөй, фортепьянола уйнай. Атаһы ғорурланырлыҡ та шул. Ҡатыны Әлиә лә ғаилә башлығының һәр башланғысын хуплаусы, оло таяныс. Кәрәк саҡта ярҙамсы ла, кәңәшсе лә.
Баҙар шарттарында үҙ йүнәлешеңде дөрөҫ тапһаң, ныҡышмаллыҡ менән юл ярһаң ғына баҙап ҡалмай алға бараһың. Быны эшҡыуар Илһам Билал улы миҫалында ла асыҡ күрәбеҙ. Тап шундайҙарҙан өлгө алыу һәм тиңләшеү кәрәк тә.
М. ХАРИСОВА.
Дәүләкән ҡалаһы.