Үҫмерҙәргә туғандарының ризалығынан тыш банк иҫәбен асыуҙы тыйыуҙары мөмкин08.04.2025

Үҫмерҙәргә туғандарының ризалығынан тыш банк иҫәбен асыуҙы тыйыуҙары мөмкин

Үҫмерҙәргә ата-әсәләрҙең ризалығынан тыш банк иҫәбен асыуҙы тыйыуҙары ихтимал. Рәсәй парламентының яңы закон сығарыу башланғысы тураһында Дәүләт Думаһы рәйесе Вячеслав Володин хәбәр итте.


Уның һүҙҙәренсә, банктарҙың үҫмерҙәргә ата-әсәләрҙең яҙма ризалығы менән генә иҫәп асырға хоҡуғы тураһында закон проектын депутаттар беренсе уҡыуҙа май айында ҡарарға ниәтләй.


Хәбәр иткәнебеҙсә, 1 февралгә Башҡортостанда йәшәүселәрҙең банк вкладтары күләме 750 миллиард һум тәшкил иткән һәм бер йылда 24% артҡан.


https://www.bashinform.ru/news/economy/2025-04-08/podrostkam-mogut-zapretit-otkryvat-bankovskie-scheta-bez-soglasiya-rodnyh-4189015



Вернуться назад