Башҡортостан АЛ-41 СТ-25 двигателен дәүләт заказы буйынса етештерергә йыйына
Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә республика етәксеһе Радий Хәбиров яңы АЛ-41СТ-25 сәнәғәт двигателен етештереү пландары тураһында һөйләне. Бынан алдараҡ «Башинформ» ошо двигателдең икенсе сәнәғәт өлгөһөн стендта һынау тураһында яҙғайны.
Ошо двигателде етештереү өсөн дәүләт заказы кәрәк, тип билдәләне Радий Хәбиров. Бының өсөн ҡыҙыҡһынған яҡтар: «Ростех» һәм «Газпром» производство перспективаларын бергәләп тикшерергә тейеш. Радий Хәбиров Башҡортостан делегацияһына Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы барышында ошо мөмкинлекте күҙ уңында тоторға һәм тейешле сараларҙы көн тәртибенә индерергә ҡушты.