Республикала бензинға хаҡ артҡан
Башҡортостанда «Башнефть» заправкаларында йәнә хаҡтарҙың артыуы теркәлгән. Яғыулыҡтың бөтә төрҙәре лә тиерлек 20 тингә ҡиммәтләнгән.
Әйтәйек, АИ-92 хәҙер 54,45 һум тора, АИ-92 ATUM 55,55 һумға төшә. АИ-95 – 58,3 һум, АИ-95 ATUM – 59,35 һум, дизель яғыулығы – 67,7 һум.
АИ-100 маркалы бензиндың ғына хаҡы үҙгәрмәгән (80,65 һум).
2025 йылда хаҡтар дүртенсе тапҡыр арттырыла.
Шул уҡ ваҡытта «Лукойл» яғыулыҡ ҡойоу станцияларында АИ-92 ЭКТО бензинының бер литры – 56,39 һум, АИ-95 ЭКТО — 60,83 һум, АИ-95 ЕВРО — 60,4 һум, ЭКТО дизель яғыулығы 69,71 һум тора.