Бейек тауҙар, ҡуйы урмандар ҡосағына һыйынып ултырған Смаҡай ауылы. Тәбиғәттең ошондай хозур мөйөшөндә тыуып үҫкән, гәлсәр шишмәләрҙең һыуын эскән, ғорур имәндәрҙән көс һәм дәрт, аҡ ҡайындарҙан наҙ алған кешеләрҙең күңеле ярлы буламы һуң? Иң тәүҙә ауылдың тарихы менән танышып китәйек әле.
...Юрматы ырыуының иң боронғо ауылдарының береһе Смаҡайҙа, 1796 йылда 18 йорт иҫәпләнеп, 85 кеше йәшәгән. Халыҡтың төп шөғөлө — малсылыҡ, умартасылыҡ. 1870 йылда Смаҡай Рәсәй властары тарафынан тораҡ тип теркәлгән, нәҡ шул осорҙа мәсет тә төҙөлгән, ә 1928 йылда тәүге мәктәп эшләй башлай.
1812 йылдағы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙәрҙең исемлегендә бына кемдәрҙе күрер инегеҙ: Амангилде Ҡотоев, Хөсәйен Ирназаров, Рәхмәтулла Исхаҡов. Улар 12-се башҡорт полкы составында һуғышҡан. Ошо полк 9-сы башҡорт полкы иҫәбендә 1814 йылдың 19 мартында Парижды баш һалдырыуҙа ла ҡатнашҡан. Тарихтан күренеүенсә, яугирҙәр “В память войны 1812 года” тигән көмөш миҙал менән бүләкләнгән. Смаҡайҙар үҙҙәренең зыяратын даими тәртиптә тота, йыш ҡына өмәләр үткәрә. Ер ҡуйынында төбәктең аҫыл улдары һәм ҡыҙҙары ята. Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Сәриә Ғүмәрова, партияның Сибай ҡала комитетының беренсе секретары, күренекле йәмәғәт эшмәкәре Рафиҡ Ғүмәров, Социалистик Хеҙмәт Геройы, атаҡлы нефтсе Әҡсән Хәмиҙуллин, ирле-ҡатынлы Сабира һәм Хөснулла Шәнгәрәевтәр һәм башҡалар.
— Беҙҙең ауыл халҡы бик берҙәм, — ти Ишембай районы Советы депутаты Әнүәр Шәнгәрәев. “Шул көндө экологик өмә була” тиһәң, барыһы ла йүгерешеп килеп етә.
Депутат әйткән һүҙҙәргә үҙем дә шаһит булдым. Яҙ башынан алып смаҡайҙар өс мәртәбә өмәгә сыҡҡан.
Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан һәм унда һәләк булған яугирҙәр хөрмәтенә ҡуйылған обелиск та ошо изге ерҙә урын алған. Уға тыл батырҙарының исем-шәрифтәре лә уйылып яҙылған. Смаҡайҙар ошо һәйкәлде булдырыуҙа ҙур ярҙам күрһәткән. “Ишембайнефть” нефть һәм газ сығарыу идаралығының элекке начальнигы мәрхүм Юлай Йәғәфәровтың да исемен онотмайҙар.
Ауыл ерен тейешле тәртиптә һәм таҙа тотоу өсөн йәмәғәтселек нигеҙендә булһа ла берәй ойошма булдырыу кәрәклеген смаҡайҙар яҡшы аңланы. Белеүебеҙсә, Ишембай ҡалаһы төҙөлгәнгә ҡәҙәр бында һөтсөлөк-малсылыҡ хужалығы үҫешкән булған. Ауыл ҡалаға ҡушылғас, ярҙамсы хужалыҡ тотҡан халыҡ бесәнлектән һәм көтөүлектән мәхрүм ҡалған. Үҙгәртеп ҡороу шарттарында 2008 йылда Ишембай ҡалаһының Смаҡай һәм Алебастр биҫтәләрен берләштергән территориаль йәмәғәтселек үҙидараһы булдырылды. Идаралыҡ ҡатмарлы үҫеш юлы үтте, шулай булыуға ҡарамаҫтан, яңынан-яңы мәсьәләләрҙе юлға һалыу мәшәҡәттәре тыуып тора.
Үҙидара коммерция булмаған ойошма сифатында теркәлгән. Юридик шәхес статусын алғас, ер мәсьәләһен хәл итеүгә тотонған, хәҙерге көндә 200 гектарҙан ашыу майҙан ҡуртымға алынған, үҙидара ағзаларына бесәнлектәр бүлеп бирелә.
Үҙидара мөһим ҡарарҙар ҡабул итеүгә һәм уларҙың үтәлеше өсөн яуаплылыҡ алыуға һәләтле кешеләрҙе берләштергән. Идаралыҡ өс йүнәлештә эшләй: бесәнлектәрҙе бүлеү, көтөүлектәрҙе файҙаланыу һәм биҫтәнең экологияһы тураһында хәстәрлек күреү.
Яҙғы өмә барышында ауылдың 82 йәшлек аҡһаҡалы Биктимер Ҡолмөхәмәтовтан:
— Ағай, ниңә өмәгә сыҡтың, ял итеп өйҙә генә ятмайһың? — тип һораным.
— Өмә минең өсөн шатлыҡ ҡына ул, сөнки йәшәгән төйәгебеҙ яҡтырып киткәндәй тойола. Өҫтәүенә таныштарың менән осрашып аралашыуы үҙе ни тора!? Бер күрешеү — үҙе бер ғүмер, — тип яуапланы ветеран.
Зыяратты әйләнеп ҡарап сыҡҡас, обелиск янына һуғылып, батырҙар исемлегенә күҙ һалдым. Унда фронтта һәләк булған 64 яугирҙең исем-шәрифе яҙылған, 65-е әйләнеп ҡайтһа ла, шуларҙың тик икәүһе — Мирғәле Хәмиҙуллин менән Лотфулла Фәйзуллин ғына иҫән. 74 тыл батырының да исеме ошонда урын алған. Смаҡайҙар яҡташтарын онотмай, зыярат һәм обелиск эргәһенән кеше өҙөлмәй.
Ысынлап та, “халыҡ дәртле ул, көслө ул”, тип юҡҡа ғына әйтмәгәндер бер аҡыл эйәһе. Ошондай илһөйәрҙәрҙән башҡаларҙың да өлгө алыуын теләр инем.
Рәфҡәт СӘҒӘҘИЕВ.
Ишембай районы.