29 һәм 30 мартта Өфөлә ауыл хужалығы йәрминкәләре ойошторола27.03.2025

29 һәм 30 мартта Өфөлә ауыл хужалығы йәрминкәләре ойошторола

Башҡортостандың баш ҡалаһында 29 һәм 30 мартта ауыл хужалығы йәрминкәләре ойошторола, унда республикабыҙ етештереүселәренән сифатлы аҙыҡ-түлек һәм йәшелсә һатып алырға мөмкин. Был хаҡта баш ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.


Шәмбе йәрминәкәләр Эшсе хәбәрселәр урамындағы 20-се йорт майҙансығында, «Тулҡын» паркы янында, шулай уҡ Спорт һарайы алдындағы һәм Серго Орджоникидзе исемендәге майҙандарҙа була.


Йәкшәмбе көндө, «Тулҡын» паркынан тыш, барлыҡ майҙансыҡтар ҙа эшләй.


 


 



Вернуться назад