Бураҙнаға бәрәкәтле орлоҡ төшөрһәң дә, ҡомһоу тупраҡтан еңел генә мул уңыш алырмын, тимә. Малсылыҡ, игенселек тармағында бер йыл да һынатмаған краснокамалар быны яҡшы белә. Шуға күрә айырыуса һуңғы йылдарҙа район хужалыҡтарында орлоҡ сифатына, заманса ер эшкәртеү алымдарына иғтибар бермә-бер көсәйҙе.
Районда мал аҙығы культуралары 20 мең гектар майҙанды биләй. Ашығып ашҡа бешмәҫ өсөн күп хужалыҡтарҙа бесәнгә төшөргә ҡабаланмайҙар — үләндең һуты тулышмаған әле. Ә бына иртә өлгөрөүсе бер йыллыҡ үләндән сенаж, силос әҙерләү дәррәү башланған, айырыуса “Алға”, “1 Май”, “Мир”, “Колос”, “Маяҡ” ауыл хужалығы етештереү кооперативтарында эш ырамлы бара. “Мир” хужалығында ойошторолған мал аҙығы әҙерләү технологияларына ҡағылышлы район семинар-кәңәшмәһендә лә сифатлы аҙыҡ туплау, орлоҡ яңыртыу, һәр культураны үҙ ваҡытында йыйып алыу һәм башҡа мәсьәләләр ҡаралды. Үлән ҡуйы һәм һутлы өлгөрһөн өсөн “Мир” хужалығында ерҙе сифатлы эшкәртеү, баҫыуҙарҙы “ял иттереү”, күптәнге күп йыллыҡ үлән майҙандарын ҡабаттан һөрөп яңыртыу, бер йыллыҡтарын арттырыу йүнәлешендә күп эш атҡарылған.
— Быйыл 900 гектар ер парға һөрөлдө, бынан тыш, 1200 гектарҙағы күп йыллыҡ үлән баҫыуҙарын яңыртабыҙ, ҡуҙаҡлы культуралар менән аралаштырып сәселгән судан үләне лә мул уңыш бирмәксе, — ти “Мир” хужалығы етәксеһе Геннадий Баймырҙин.
Техника ҡиммәтлеген иҫәпкә алып, бында иҫкеһен бик һаҡлап, ҡәҙерләп тоталар. Бынан өс тиҫтә йыл элек эшкә егелгән йыйыу-төрөү комплексын күреп, күп етәкселәр ғәжәпкә ҡалды. Мал аҙығы әҙерләү барышында хужалыҡтарҙың 20 берәмек төрлө техникаһы эшкә ҡушыласаҡ.
Йүнһеҙ хужа бесән бирелгәс, салғыһын эҙләй, ти. “Мир”ҙа, киреһенсә, бесән, ураҡ осорона әҙерлек йыл әйләнәһенә бара. Ипкә килтерелгән, таҙартылған, буялған төҙөк техника, махсус эш кейемендәге ыҫпай механизаторҙар — күп хужалыҡтарға өлгө.
— Был хужалыҡ хаҡында гел маҡтау һүҙҙәре генә әйтергә була. Бында парға һөргәс тә ерҙе ҡарауһыҙ ҡалдырмайҙар — тағы ла бер нисә тапҡыр эшкәртәләр. Техниканы ҡәҙерләп тотҡас, ерҙе тәрбиәләгәс, уңыш та мул, — тине район хакимиәте башлығы Рәзиф Ғилмуллин.
М. МОРАТОВ.
Краснокама районы.