Республикала торлаҡ төҙөлөшө өсөн аҡса туплау программаһын ҡулланыу мөмкинлеге киңәйҙе
Башҡортостанда торлаҡ төҙөлөшө өсөн аҡса туплау программаһын ҡулланыу мөмкинлеге киңәйҙе – хәҙер аҡсаны торлаҡты реконструкциялауға ла йүнәлтергә мөмкин. Республика хөкүмәте ошондай ҡарар сығарҙы.
Республика программаһы фатир, йорт, төҙөлөш өсөн ер участкаһы һатып алыуҙы, ипотеканы ҡаплауҙы күҙ уңында тота ине.
Башҡортостанда «Торлаҡ төҙөлөшө өсөн аҡса туплау» республика программаһы 2014 йылдан тормошҡа ашырыла. Федераль закон проектынан айырмалы рәүештә, Башҡортостан программаһында дәүләттән премиялар ҡаралған: ҡатнашыусының айлыҡ взносына республика бюджетынан 30% күләмендә премия өҫтәлә (әммә айына 5 меңдән артмаҫҡа тейеш).
Хәбәр иткәнебеҙсә, федераль хөкүмәт ипотекаға альтернатива булдырыуҙа Башҡортостан тәжрибәһен файҙаланырға һәм уны федераль закон әҙерләгәндә иҫәпкә алырға йыйына.