Башҡортостандың 14 ҡалаһында ғаилә ипотекаһы буйынса икенсел торлаҡ һатып алырға мөмкин21.03.2025
Фото: gorodarus.ru

Башҡортостандың 14 ҡалаһында ғаилә ипотекаһы буйынса икенсел торлаҡ һатып алырға мөмкин

Ағиҙел, Баймаҡ, Белорет, Бөрө, Благовещен, Дәүләкән, Ишембай, Күмертау, Межгорье, Мәләүез, Салауат, Сибай, Туймазы һәм Яңауыл 1 апрелдән ғаилә ипотекаһы программаһы буйынса икенсел баҙарҙа торлаҡ һатып алырға рөхсәт ителгән ҡалалар исемлегенә инде.


Исемлек «Дом.рф» льготалы федераль программалар операторы порталында баҫылған. Унда бөтәһе 901 ҡала бар.


Башинформ хәбәр иткәнсә, ғаилә ипотекаһы ике һәм унан аҙыраҡ  күп фатирлы йорт һалынған ҡалаларҙа ғына ғәмәлдә. Һатып алыу өсөн бик ҡаты шарттар ҡаралған.


Ипотекаға икенсел фатирҙы 6 йәшкә тиклемге балаһы булған ғаиләләр һатып алырға мөмкин. Йорт авария хәлендә булырға тейеш түгел.


https://www.bashinform.ru/news/economy/2025-03-21/v-14-gorodah-bashkirii-mozhno-kupit-vtorichku-po-semeynoy-ipoteke-4166908



Вернуться назад