Башҡортостандан Мароккоға көнбағыш шроты оҙатылды
Көйөргәҙе районының Ермолаевка станцияһынан Мароккоға (Төньяҡ Африка) Маяҡ май заводы етештергән көнбағыш шроты оҙатылды. 3,5 мең тонна продукция 53 бункер вагонына тейәлде. Йөк 25 көндә Танжер-Мед портына барып етергә тейеш, тип хәбәр иттеләр Куйбышев тимер юлы Башҡортостан филиалының матбуғат хеҙмәтенән.
Ведомствола тимер юлдар буйлап Африкаға, шулай уҡ Иранға, Һиндостанға, Яҡын Көнсығыш илдәренә йөктәрҙе даими рәүештә оҙата башларҙар тип көтәләр. Бының өсөн Төньяҡ — Көньяҡ халыҡ-ара транспорт коридорын файҙаланыу күҙаллана.
Быға тиклем Алжирға продукция ебәреүҙәре тураһында хәбәр иткәйнек. Ғөмүмән, Африка аҙыҡ-түлек экспорты өсөн иң перспективалы баҙар тип һанала.